Милли батырыбыҙҙың тыуыуына 267 йыл тулған көндә Салауат районында, Салауат Юлаев рухына бағышлап, тантаналы митинг һәм бюсына сәскәләр һалыу ойошторолдо.
Унда Башҡортостан Республикаһы Милли музейының генераль директоры Альбина Йәрмуллина ҡатнашты.
Шулай уҡ “Салауат Юлаев тураһында хәтер Рәсәй художниктары һәм скульпторҙары ижадында” проекты сиктәрендә “Салауат тураһында риүәйәт” күргәҙмәһе асылды. Артабан “Салауат эҙҙәре буйлап” тип аталған туристик маршрут буйлап автоэкскурсия ойошторолдо. Саралар программаһы батырҙың тыуған ауылы Тәкәйҙә тамамланды, тип хәбәр итәләр Салауат районы хакимиәтенең рәсми сайтында.