+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2021, 10:10

Отош эйәһе һеҙ түгелме?

Башҡортостанда йәшәүсе билдәһеҙ бер кеше лотереяға 2,4 миллион һумдан ашыу аҡса отҡан.

Башҡортостанда йәшәүсе билдәһеҙ бер кеше лотереяға 2,4 миллион һумдан ашыу аҡса отҡан, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы. Дәүләт лотереяһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ул әле отош артынан мөрәжәғәт итмәгән. Бары шул билдәле: билетты ул Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы лотерея киоскыһында алған.
Ғөмүмән, республикабыҙҙа лотерея уйнатыусылар әленән-әле ҙур приздар отоп тора. Май айында йәш әсә бер миллионлыҡ отошҡа эйә булһа, яңыраҡ ҡына Өфөлә йәшәүсе уҙаман 350 һум отоп ҡыуанған.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: