Әбйәлил районы хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында сираттағы кәңәшмә үтте. Унда “Агростартап” конкурсында ҡатнашыусылар хаҡында һүҙ барҙы.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә булдырылған грантты районда 2020 йылда өс крәҫтиән-фермер хужалығы алған. Уларҙың дөйөм суммаһы 5,7 миллион һум тәшкил иткән. Быйыл конкурста ҡатнашырға 20 кеше теләк белдергән.
Июнь башында үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәрендә эре мөғөҙлө мал үрсетеү буйынса ике инвестиция проекты ҡаралды, тип хәбәр итә Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Ҡырҙас ауылынан Гөлназ Кирамова һәм Ҡушай ауылынан Айгиз Агилов бюджет аҡсаһын ауыл хужалығы техникаһы алыуға тотонорға ниәтләй. Комиссия инвестиция проекттарын хуплап, төбәк бәйгеһенә тәҡдим итергә ҡарар итте.