+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2021, 09:35

Динар Гилмутдинов вазифанан китте

Башҡортостанда уны белмәгән кеше һирәктер. Һүҙгә әүәҫ етәкесене йыш ҡына “зәңгәр экран” аша күрә инек.

Башҡортостанда уны белмәгән кеше һирәктер. Һүҙгә әүәҫ етәкесене йыш ҡына “зәңгәр экран” аша күрә инек.
Ысынлап та, отставкаға китеүен ул үҙе “Башҡортостан” телеканалында раҫланы.
“Ҡулыма хеҙмәт кенәгәһен алдым. Унда тик ике яҙыу: 1991 йылда эшкә алыныуым, ә бөгөн (15 июндә) запасҡа сығыуым тураһында мәғлүмәт”, - тине ул.
Билдәле булыуынса, Динар Гилмутдинов “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлеге үткәргән праймеризда Стәрлетамаҡ округында исемлек буйынса беренсе урынға сыҡҡайны. Тимәк, уны алда Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлауҙар көтә.
Баш дәүләт автоинспектор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу быға тиклем Гилмутдиновтың урынбаҫары булып эшләгән полиция полковнигы Владимир Александрович Севастьяновҡа йөкмәтелгән.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: