Милли батырыбыҙҙың тыуған көнө айҡанлы саралар яҡын сит илдәрҙә лә үтә.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы, Эстонияның баш ҡалаһы Таллиндағы “Ағиҙел” башҡорт мәҙәни йәмғиәте етәксеһе Флюзә Хәйруллина һүҙҙәренә таянып, Салауат Юлаевтың Палдиски ҡалаһындағы һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы тураһында яҙа.
Йыл һайын ойошторолған был сарала быйыл Эстониялағы Рәсәй илселегендә эшләгән яҡташыбыҙ Салауат Мөхәмәтов, шулай уҡ ошо илдәге сыуаш һәм марий мәҙәни йәмғиәттәре вәкилдәре, Башҡортостанда тыуып үҫкән Людмила Ямурзина һәм Надежда Григоренко ла ҡатнашҡан.
Палдискиҙағы милли батырыбыҙҙың бюст-һәйкәле скульптор, РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Тамара Нечаева проекты буйынса эшләнгән. Уны 1989 йылда Салауат Юлаев исемен йөрөткән скверға ҡуялар. 2017 йылдың июлендә мемориалға реставрация эшләнә һәм Палдиски ҡалаһы мэрияһы бинаһына иҫтәлекле яҙма ҡуйыла.