+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2021, 09:00

Тауыҡ йыланды еңгән

Ишек алдына килеп ингән йылан кире үҙ сәхрәһенә сығып китә алмаған.

Ишек алдына килеп ингән йылан кире үҙ сәхрәһенә сығып китә алмаған.
Салауат районы Ҡалмаҡтар ауылында була был хәл.
Себештәрен ишек алдында ашатып йөрөгән тауыҡ янына йылан килеп юлыға. Ул, тамаҡ хәстәрләп йөрөп, себештәргә ҡыҙыҡҡанмы, әллә башҡа сәбәп булғанмы кешеләрҙең йорт хужалығына килеп инеүендә, әйтеүе ауыр.
Себештәренә янаған ҡурҡыныс алдында тауыҡ баҙап ҡалмай, һөжүмгә ташлана һәм йыланды үлтергәнсә суҡып ташлай.
Бына шулай, тауыҡ та үҙ балаларын яҡлағанда ҡурҡыуҙың нимә икәнен онота.
Читайте нас: