Башҡортостанда үткән аҙнала “сысҡан биҙгәге” менән 13 кеше сирләгән. Был турала Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцов хәбәр итте.
Өфөлә был осорҙа геморрагик биҙгәктең туғыҙ осрағы теркәлгән.
Бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк (халыҡта уны “сысҡан биҙгәге” тиҙәр) – бик ауыр үтеүсе, ғүмер өсөн ҡурҡыныс йоғошло ауырыу. Ул бөйөрҙө, үпкәне, башҡа ағзаларҙы зарарлай. Сирҙе сысҡандар тарата.
Бөгөнгө көндә был ауырыуға ҡаршы вакцина юҡ. Шуға күрә унан һаҡланыуҙың төп юлы – санитар-техник саралар һәм сысҡандарҙы юҡ итеү сараларын үткәреү, гигиенаны күҙәтеү.
Фото "Башинформ"дан алынды.