Кисә Башҡортостанда Республика Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары көнө билдәләнде.
Һөнәри байрам айҡанлы журналистар һәм матбуғат өлкәһе хеҙмәткәрҙәре Матбуғат йорто алдына йыйылды. Унда Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев ҡатнашты һәм тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Артабан Башҡортостан журналистар берлеге рәйесе Вәдүт Исхаков, журналист-ветерандар, баҫмалар редакторҙары Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалды. Һөҙөмтәле эшләгән коллегаларыбыҙ - “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы байҡаусыһы Ләйлә Аралбаева, “Йәштәр гәзите” мөхәррире урынбаҫары Надежда Шәкүрова Башҡортостан журналистар берлегенең Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.
10 июндә Матбуғат йорто алдында шаулап-гөрләп Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө үткәйне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 17 июнгә тиклем ташлама менән гәзит-журналдарға яҙылыу бара. Ошо көндәрҙә “Башҡортостан ҡыҙы” журналына 555 һум 84 тингә яҙылырға мөмкин.