Илебеҙҙең ҡайһы бер төбәктәрендә, атап әйткәндә, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында коронавирус менән сирләүселәрҙең ҡырҡа артыуы күҙәтелә. Шул сәбәпле уларҙа ҡәтғи сикләү саралары индерелде. Республикабыҙҙа хәлдәр нисек?
15 июнгә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 39 561 иҫәпләнә. Тәүлек эсендә сир 92 кешелә асыҡланған. Стационарҙа ковидҡа ҡаршы көрәшеүселәр - 185. Шуларҙың 28-е ауыр хәлдә, өсәүһе - яһалма һулыш аппаратында. Амбулатор дауаланыусылар - 1 219. Ковидтан һауығыусылар йәмғеһе – 37 387, шуларҙың 34-е аҙаҡҡы тәүлектә дауахананан сыҡҡан.
Радий Хәбиров кесаҙна көн, 17 июндә, коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб ултырышы буласағын белдерҙе. Унда республикалағы эпидемиологик хәл тикшереләсәк һәм уға ярашлы тейешле саралар ҡараласаҡ.
– Рәсәйҙә сирләү осраҡтарының артыуын – тәүлегенә яҡынса 14 мең кешенең ковид йоҡтороуын күрәбеҙ. Ҡайһы бер төбәктәрҙә, атап әйткәндә, Мәскәү ҡалаһында 20 июнгә тиклем ял көндәре иғлан ителде, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив ултырышында. – Ҡағиҙә булараҡ, Мәскәүҙәге хәл аҙаҡ беҙгә лә килеп етә торған. Беҙҙә лә борсолорлоҡ урын бар.
Радий Хәбиров тиҙҙән республикабыҙҙың Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусы бихисап ҡунаҡтарҙы ҡаршы аласағын иҫкә төшөрҙө. Шулай уҡ беҙҙә “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионатының финал ярыштары, юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя беренселеге уҙасаҡ. "Был сараларҙы санитария талаптарын ҡәтғи күҙәтеп үткәреү, хәүефһеҙлекте нығытыу мөһим", - тине республика етәксеһе.
Фото "Башинформ"дан алынды.