+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2021, 09:40

Был хәлде тәфтиш комитеты үҙ ҡарамағына алмаҡсы

Өфө урамдарында йәйәүле йөрөү ҙә хәҙер хәүефле.

Өфө урамдарында йәйәүле йөрөү ҙә хәҙер хәүефле.
Хәүеф сығанағы булып самокаттар тора. Үҙ йөрөшлө тауышһыҙ был заман техникаһы тротуарҙарҙы баҫып алды. Инде йәйәүлегә ни ҡылырға?
Байрам көндәрендә “Мир” фирмаһы” туҡталышында электр самокаты менән оло кешене бәрҙереп китәләр.
84 йәшлек Роберт Ғәлиәкбәров өйөнә ҡайтып барғанда ҙур тиҙлектәге электр самокаты ҡапыл уға килеп төкөй. “Көслө бәрелеүҙән ҡолап киттем. Иҫемә килгәндә, мине эскәмйәгә күтәреп ултыртып маташалар ине.”, - тип иҫләй күңелһеҙ ваҡиғаны зыян күреүсе.
Табиптар ҡуйған диагноз күрһәтеүенсә, уның янбаш һөйәге һынған. Уға ҡатмарлы операция талап ителә. Хәҙер оло кеше кәм тигәндә өс ай түшәктә ятырға мәжбүр буласаҡ.
Был эште эске эштәр министрлығы бүлегенән үҙҙәренә биреүҙе һорап, тәфтиш комитеты прокуратураға мәрәжәғәт иткән, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Роберт Ғәлиәкбәровтың туғандары ваҡиға шаһиттарын эҙләй. Әгәр һеҙгә был хаҡта ниҙер билдәле икән, полицияға хәбәр итеүегеҙ һорала.
Әйткәндәй, бөгөнгө көндә депутаттар үҙ йөрөшлө был техниканың тиҙлеген сикләү, уға ҡарата башҡа шарттар индереү тураһында баш вата.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: