+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2021, 14:40

Алан Марзаев кире министр вазифаһында

Бөгөн үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кадрҙар үҙгәреше тураһында иғлан итте.

Бөгөн үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кадрҙар үҙгәреше тураһында иғлан итте.
Юл хужалығы һәм транспорт министрлығынына ҡуйылған яңы етәксе Александр Булушев тураһында яҙғайныҡ инде.
Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрының беренсе урынбаҫары итеп элекке юл хужалығы һәм транспорт министры Алан Марзаев тәғәйенләнде. Бер үк ваҡытта ул ваҡытлыса министр вазифаһын башҡарасаҡ.
Быға тиклем министрҙың беренсе урынбаҫары булған Ирина Голованова министр урынбаҫары булып ҡала.
Башҡортостан Башлығы бойороғо менән Камил Рамазанов республиканың Фәндәр академияһы президенты вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Академияны 2015 йылдан Әлфис Ғаязов етәкләй ине.
Читайте нас: