-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2021, 16:07

Йәшен атыу арҡаһында күп балалы ғаилә өйһөҙ ҡалған

Әлшәй районы Ҡармыш ауылында күп балалы ғаиләнең йорто йәшен атыу арҡаһында янып юҡҡа сыға. Аяныслы хәл 9 июндә киске сәғәт алтылар тирәһендә була.

Әлшәй районы Ҡармыш ауылында күп балалы ғаиләнең йорто йәшен атыу арҡаһында янып юҡҡа сыға. Аяныслы хәл 9 июндә киске сәғәт алтылар тирәһендә була.
“Донъяны яңғыратып күк күкрәне, йәшен, көслө дөбөрҙәп килеп, өйҙө ике тапҡыр атты”, – тип һөйләй шаһиттар. Был мәлдә өйҙә берәү ҙә булмай. Янғын һүндереүселәрҙе күршеләре саҡыра.
Ғаиләнең бөтә әйберҙәре, йыһазы, техникаһы, документтары көлгә әйләнә.
“Хужалар – ауырлыҡтар аша үтеп, үҙ көстәре менән тырышып-тырмашып донъя ҡорған, матур күңелле йәштәр”, – тип билдәләй ауылдаштары. Йортто әсәлек капиталына һатып алалар. Уға төкәтмә төҙөйҙәр, ремонт яһайҙар.
Ғаиләлә өс, алты, ун өс йәшлек сабыйҙар үҫә. Ҡаза килгән саҡта бәләкәстәре балалар баҡсаһында була. Ә 13 йәшлеге эштән ҡайтып килеүсе ата-әсәһе менән юлда була.
“Янғын сығырға бер ай ҡала бесәйебеҙ юғалды, техникабыҙ ватылды, бәлә килерен иҫкәртергә теләгәндәй, этебеҙ гел олоно”, – тип һөйләй хужалар.
Ғаилә әле район үҙәгендә – Раевка ауылындағы туғандарында ваҡытлыса урынлашҡан. Ошо мәлдә миһырбанлы райондаштары оло ҡаза күреүселәргә булышлыҡ итеү сараһын күрә. Битараф булмаған кешеләр уларға хәлдәренән килгән тиклем ярҙам ҡулы һуҙа ала (КАРТА СБЕРБАНК: 2202200674787831 Салимгареева Эльзира Ирековна).
Фото социаль селтәрҙән алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: