+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2021, 15:27

Йәш ҡунаҡсыллыҡ оҫталары

Түбәнге Новгород ҡалаһында “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы проектының “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” Бөтә Рәсәй бәйгеһе тамамланды. Рәсәйҙең 39 төбәгенән 62 ҡатнашыусы үҙ проектын тормошҡа ашырырға мөмкинлек ала. Еңеүселәр араһында Башҡортостандан Артур Биктимеров, Венера Бикҡужина, Ләйсән Сөләймәнова, Әлиә Солтан бар. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Түбәнге Новгород ҡалаһында “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы проектының “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” Бөтә Рәсәй бәйгеһе тамамланды. Рәсәйҙең 39 төбәгенән 62 ҡатнашыусы үҙ проектын тормошҡа ашырырға мөмкинлек ала. Еңеүселәр араһында Башҡортостандан Артур Биктимеров, Венера Бикҡужина, Ләйсән Сөләймәнова, Әлиә Солтан бар.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Еңеүселәргә билдәле рестораторҙар, отельерҙар, ҡунаҡсыллыҡ өлкәһендә эшләгән идарасылар, дәүләт органы вәкилдәре ярҙам итә.
Торатау геопаркы буйынса фәнни тур проекты тәҡдим иткән Артур Биктимеров үҙ эшенең Башҡортостанға яңы туристар йәлеп итәсәгенә шикләнмәй. “Минең өсөн иң мөһиме – еңеү түгел. Бәйгелә ҡатнашыуҙың файҙаһы – аралашыу, нетворкинг, фекер алышыу”, – ти ул.
Венера Бикҡужина “Бишбармаҡ” милли аш-һыу оҫтаханаһы проекты менән сығыш яһай. Уның маҡсаты – оҫталар ҡулы аҫтында милли ризыҡтар әҙерләү, башҡорт мәҙәниәте мөхитенә инергә мөмкинлеге булған стилләштерелгән кулинар студия булдырыу.
Ләйсән Сөләймәнованың “Өләсәйгә ҡунаҡҡа” проекты Рәсәй буйынса ауыл туризмын үҫтереүгә арналған. Ул Башҡортостанда эшләй башлаған да инде, бәйгелә еңеү иһә проектты киңәйтергә мөмкинлек бирер.
Әлиә Солтандың “Уйнайбыҙ, беләбеҙ, сәйәхәт итәбеҙ!” лозунгы аҫтында эшләгән “Минең илем” өҫтәл уйыны география өлкәһендә белемде камиллаштырыуға, һәр төбәктең матурлығы менән таныштырыуға, уйнаусының интеллектуаль һәм хис-тойғо тәжрибәһен арттырыуға ҡоролған.
“Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” конкурсы “Мәғариф” милли проектының “Социаль лифттар – һәр кем өсөн” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото – “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” конкурсының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: