Өфө- шағирҙар ҡалаһы. 12 июнь шиғриәт байрамы уҙғарыла. Сараны ойоштороусылар нәфис һүҙ оҫталарын һәм шиғыр һөйөүселәрҙе баш ҡаланың яр буйына саҡыра. Сара 16 сәғәттә башлана.
Шиғриәт байрамы яратҡан авторҙарҙың әҫәрҙәрен ишетеү, күренекле шағирҙар менән осрашыу шатлығын бүләк итәсәк. Өфөнөң яр буйындағы осрашыуҙар беренсе тапҡыр ойошторолмай. Быға тиклем ул йыш ҡына үткәрелеп килде. Байрамда шағирҙар ғына түгел, шиғриәт яратыусылар, һәүәҫкәр авторҙар ҙа сығыш яһаны. Шиғырҙар өс телдә яңғыраны.
Был юлы шиғриәт байрамында Айҙар Хөсәйенов, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Айбулат Сәсәнбаев, Миләүшә Ҡаһарманова, Зилә Ғәлләмова һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ. Сара “Минең Рәсәй” республика фестиваленә һәм Рәсәй көнө байрамына арнала. Шулай уҡ “Асыҡ микрофон” да ойоштороласаҡ. Бында һәүәҫкәр авторҙарҙың сығыш яһау мөмкинлеге бар.
Шиғриәт байрамын Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһы яҙыусылар берлеге һәм мәҙәниәт министрлығы менән берлектә уҙғара.