+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2021, 14:34

Коронавирусҡа ҡаршы көрәшеүселәргә һәйкәл ҡуйыласаҡ

2022 йылда Өфөлә пандемия осоронда коронавирусҡа ҡаршы көрәшкән табиптарға, социаль хеҙмәткәрҙәргә, ирекмәндәргә һәм башҡа өлкә хеҙмәткәрҙәренә һәйкәл ҡуйыласаҡ.

2022 йылда Өфөлә пандемия осоронда коронавирусҡа ҡаршы көрәшкән табиптарға, социаль хеҙмәткәрҙәргә, ирекмәндәргә һәм башҡа өлкә хеҙмәткәрҙәренә һәйкәл ҡуйыласаҡ. Был турала республиканың профсоюз активы менән осрашҡанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеп үтте.
Киләһе йылда республика профсоюздары үҙҙәренең 100 йыллыҡ юбилейын уҙғарасаҡ һәм улар ошо ваҡиға айҡанлы һәйкәл ҡуйыу үтенесе менән Башҡортостан Башлығына мөрәжәғәт итте.
Радий Хәбиров, тәҡдимде тикшергәндән һуң, Башҡортостанда йәшәүсе күптәрҙең пандемия осорондағы ҡаһарман эшен сағылдырыусы һәйкәл ҡуйырға ҡарар итеүҙәрен билдәләне.
Киләһе йылда профсоюздарҙың бер быуатлыҡ юбилейына арналған тантаналы саралар үтәсәк. Республика Башлығы аҙна эсендә был турала тейешле указ әҙерләргә ҡушты.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Читайте нас: