+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2021, 13:54

Халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ символы

Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына башҡорт ҡатын- ҡыҙының биҙәүесен эшләйәсәктәр. Бының өсөн фольклор байрамына килгәндәр үҙҙәренең иленең тәңкәләрен алып киләсәк. Түшелдерек өҫтөндә берлектәге хеҙмәт халыҡтар араһындағы дуҫлыҡтың, татыулыҡтың һәм тыныслыҡтың символы буласаҡ.

Башҡорт ҡатын- ҡыҙының милли биҙәүесе халыҡтар дуҫлығының символы буласаҡ. Уникаль түшелдерек республиканың милли музейында һаҡланасаҡ.Унда фольклориадаға килгән 48 илдең тимер аҡсалары урын ала.
Бөтә донъя фольклориада байрамы 4 йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Башҡортостанда үтә торған сара пандемия арҡаһында кисектерелде. Уның яңы датаһы июль башына билдәләнгән.
3 июлдә фольклориаданы рәсми асыу тантанаһы, ә 4 июлдә унда ҡатнашыусыларҙың парады уҙасаҡ. Кис көнө “Ватан” паркында “Фольклориада йөрәге” тигән ҙур концерт программаһы көтөлә. 5-9 июль көндәре фольклориадаға килеүселәр республиканың 22 районы буйлап тараласаҡ. Байрам сараһын рәсми ябыу Өфөлә, 10 июлгә билдәләнгән.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: