0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2021, 14:29

60 эш урыны булдырыла

Балтас районында яңы бизнес-проектты тормошҡа ашырырға йыйыналар. 60 кешегә эш урыны булдырыу, район биләмәһендә элеватор төҙөү ниәтләнә.#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Балтас районында яңы бизнес-проектты тормошҡа ашырырға йыйыналар. 60 кешегә эш урыны булдырыу, район биләмәһендә элеватор төҙөү ниәтләнә.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Балтас районы хакимиәте инвесторҙарҙы йәлеп итеү өсөн күп эштәр башҡара. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев “А7 Агро-РБ” ойошмаһының май культуралары етештереү һәм эшкәртеү бизнес-проекты хаҡында кәңәш ҡорҙо, тип хәбәр итә Балтас районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
60 кешегә эш урыны булдырыу, район биләмәһендә элеватор төҙөү планлаштырыла. Әле инвестор 4,5 мең гектар ерҙе ҡуртымға алған. Унда рапс, етен, соя һәм башҡа культуралар сәселә. 18 эш урыны булдырылған. Ауыл хужалығы техникаһы алыуға 100 миллион һум самаһы аҡса тотонолған.
Бизнес-проектты тормошҡа ашырыу өсөн 10 мең гектар майҙан ер кәрәк.
“Балтас – башлыса ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән район. Тәү сиратта инвесторҙың күптән тотонолмай ятҡан ерҙәрҙе эшкәртәсәге мөһим. Икенсенән, йыйылған уңышты беҙҙең районда эшкәртеү һәм етештерелгән продукцияның бер өлөшөн экспортҡа ебәреү күҙаллана. Иң мөһиме – яңы эш урындары барлыҡҡа килә!” – ти район хакимиәтенең эшҡыуарлыҡты үҫтереү эштәре буйынса урынбаҫары Ләйсән Хәмитова.
Фото – Балтас районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: