+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2021, 09:00

Транспорт һәм юл хужалығы министры тәғәйенләнде

Был турала Указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Был турала Указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Шулай итеп, транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын Александр Булушев биләне.
Ул 1967 йылда Новосибирск өлкәһендә тыуған. 1994 йылдан эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән. Һуңғы йылдарҙа «Промгеосырье» компанияһын етәкләгән, «БитумОйл» ойошмаһы директорының урынбаҫары булған.
Быға тиклем министрлыҡты Алан Марзаев етәкләгәйне. Ул үҙ теләге менән отставкаға киткәс, министр вазифаһын ваҡытлыса Виктор Жульков башҡарҙы.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: