+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2021, 15:37

Китапхана – асыҡ һауала

Ҡариҙел балалар китапханаһы уҡыусылар өсөн асыҡ һауала “Бына ниндәй ул, беҙҙең йәй...” тип аталған китап күргәҙмәһе ойошторҙо. Балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән өҫтәл уйындары, интеллектуаль күнекмәләр, йәй тураһында йомаҡтар бәләкәстәргә бик оҡшаны. Йәш ҡунаҡтар В.Катаев әкиәтенең аудиояҙмаһын тыңланы, тәмлекәстәр менән һыйланды. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ҡариҙел балалар китапханаһы уҡыусылар өсөн асыҡ һауала “Бына ниндәй ул, беҙҙең йәй...” тип аталған китап күргәҙмәһе ойошторҙо.
Балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән өҫтәл уйындары, интеллектуаль күнекмәләр, йәй тураһында йомаҡтар бәләкәстәргә бик оҡшаны. Йәш ҡунаҡтар В.Катаев әкиәтенең аудиояҙмаһын тыңланы, тәмлекәстәр менән һыйланды.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Китапхана – “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеларына дәүләт ярҙамы” сараһы буйынса конкурста еңеүсе.
“Яңы тауышлы 4D китаптар алдыҡ. Улар уҡыусыларға, бигерәк тә балаларға ҡыҙыҡ. Ҡояшлы көндә сараны тышта үткәрергә булдыҡ. Китапханабыҙ бик матур ерҙә урынлашҡан. Ғәҙәти булмаған был форматтағы осрашыуҙарҙы йәйге каникулда тағы ла үткәрербеҙ, тип уйлайбыҙ”, – ти китапханасы Регина Хәбирова.
Фото – Ҡариҙел район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: