+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2021, 10:05

Өфөлә Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө республика байрамы үтә

Бөгөн, 10 июндә, Рәсәй көнө, Салауат Юлаевтың тыуған көнө һәм Башҡортостан матбуғат көнө алдынан, “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто республика байрамы – Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө үткәрә.

Бөгөн, 10 июндә, Рәсәй көнө, Салауат Юлаевтың тыуған көнө һәм Башҡортостан матбуғат көнө алдынан, “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто республика байрамы – Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө үткәрә.
Матбуғатҡа яҙылыусылар көнөндә Өфөнөң Матбуғат йорто алдындағы майҙансыҡта Башҡортостан Республикаһы сәнғәт оҫталарының ҙур концерты була. “Арғымаҡ” төркөмө, Миндиғәфүр Зәйнетдинов, “Ауаз” фольклор ансамбле, БР-ның халыҡ артистары Рим Хәсәнов, Светлана Хәҡимова, Айҙар Ғәлимов, БР-ның атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтов һәм башҡа сәхнә оҫталары Һеҙҙең өсөн сығыш яһай. Концерт 11.00 сәғәттә башлана.
Иң мөһиме – Һеҙ сара барышында республика гәзит һәм журналдарына яҙыла алаһығыҙ. Уларҙың күбеһе үҙенә ышанысты 100 йыллыҡ тарихы менән иҫбатлаған! “Башҡортостан”, “Республика Башҡортостан”, “Ҡыҙыл таң”, “Йәшлек”, “Өмөт” гәзиттәре, “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы” , “Ватандаш”, “Шоңҡар”, “Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдары – Башҡортостан Республикаһы менән тығыҙ бәйләнгән брендтар ул!
Күңелгә ятышлы яңылыҡ – байрамда, республика баҫмаларына яҙылып, һеҙ ҡыйбатлы бүләктәр – телевизор, микротулҡынлы мейес, мультибешергес отошонда ҡатнаша алаһығыҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 7 июндән 2021 йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа ташламалар менән яҙылыу ун көнлөгө үтә. 17 июнгә тиклем республика, ҡалалар һәм райондар баҫмаларына ташлама менән яҙылырға мөмкин. Шул иҫәптән, ошо көндәрҙә “Башҡортостан ҡыҙы” журналына 555,84 һумға яҙыла алаһығыҙ. Һуңлап ҡалмағыҙ!
“Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто бөгөн 145 гәзит һәм журналды берләштерә, шул иҫәптән милли телдәрҙә сыҡҡандарын да.
Баҫмаларға ташлама менән, ғәҙәттәгесә, почта бүлексәләрендә яҙылып була. Шулай уҡ өйҙән дә сыҡмай Һеҙ https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ порталы аша быны бер минутта эшләй алаһығыҙ. Уның өсөн, “Подписка” бүлегенә инеп, тейешле гәзитте һәм журналды һайларға ғына кәрәк.
Һәр яҙылыусы ҡиммәтле бүләктәр отошонда ҡатнаша ала.
“Яҙыл һәм бүләк от!” дөйөм республика конкурсында ҡатнашыу өсөн 2021 йылдың икенсе яртыһына ике баҫмаға яҙылыуығыҙҙы дәлилләгән квитанцияларҙың күсермәһен 15 июлгә тиклем 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, БР “ Башҡортостан Республикаһы ” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы, 212-се бүлмә адресы буйынса (“Яҙыл һәм бүләк от!” билдәһен ҡуйырға онотмағыҙ) йәки [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.
Квитанцияларҙың күсермәһен шулай уҡ “Башҡортостан ҡыҙы” журналына адресларға ла онотмағыҙ.
Бүләктәрҙе отоусылар 23 июлдә Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа билдәле буласаҡ.
#деньподписчика2021 #подпишисьсейчас #подпишисьнарбсми
Читайте нас: