-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2021, 16:11

Башҡортостанда ниндәй сирҙәр менән күберәк ауырыйҙар?

Республикала ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары иң таралған сирҙәр булып тора.

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин "КП-Өфө" баҫмаһы ойошторған түңәрәк өҫтәлдә төбәгебеҙҙә йәшәүселәрҙең ниндәй сирҙәр менән күберәк ауырыуы тураһында һөйләп үтте. Республикала ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары иң таралған сирҙәр булып тора. Министр кешеләрҙең күберәк сирләүенә коронавирус һәм дауахананан тыш пневмония кисереүҙәре йоғонто яһауын билдәләне.
"Башҡа сирҙәр – шәкәр диабетынан, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан яфаланыусылар ҙа байтаҡ. Пандемия пациенттарҙың ҡарашына төҙәтеүҙәр индерҙе. 2020 йылда йөрәк ауыртҡанда, ҡан баҫымы күтәрелгәндә “ашығыс ярҙам” саҡырыуҙар 20 процентҡа кәмене. Йәғни кешеләр медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итергә теләмәйенсә, түҙеп йөрөй. Ковид менән сирләүҙән дә ҡурҡыу булғандыр”, – тине Максим Забелин.
Ул йыл һайын онкологҡа тәүге тапҡыр килгән 13,5-14 мең пациентта яман шеш асыҡланыуын әйтеп китте.
Былтыр эпидемиологик хәл арҡаһында диспансеризация һәм профилактик тикшереүҙәр туҡтатылып торолғайны. Быйыл улар яңынан уҙғарыла башланы. Министр республика халҡын диспансеризацияла әүҙем ҡатнашырға саҡыра.
Читайте нас: