+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2021, 16:40

“Башҡортостан ҡыҙы”на яҙылыусы төп призды отто

“Башҡортостан ҡыҙы” журналына яҙылған Вәғизә Солтанғолова матбуғатҡа яҙылыусы көнөнә арналған байрамдың төп призы- телевизор отто. Республика матбуғат йорто майҙанында ойошторолған сара Рәсәй көнө , Салауат Юлаевтың тыуған көнө, Башҡортостан матбуғаты көнөнә арналды. Уны 145 баҫманы берләштергән “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто үткәрҙе.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналына яҙылған Вәғизә Солтанғолова матбуғатҡа яҙылыусы көнөнә арналған байрамдың төп призы- телевизор отто. Республика матбуғат йорто майҙанында ойошторолған сара Рәсәй көнө , Салауат Юлаевтың тыуған көнө, Башҡортостан матбуғаты көнөнә арналды. Уны 145 баҫманы берләштергән “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто үткәрҙе.
Асыҡ һауала гәзит- журналдарға яҙылыу компанияһын ойоштороу йылда яҡшы һөҙөмтә бирә. Тап шул мәлдә баҫма уҡыусыларҙың матбуғат йорто алдына килеп яратҡан гәзит- журналдарына яҙылып китеү мөмкинлеге бар. Сөнки сара тураһындағы иғландар күпкә алдан бирелә башлай. Яҙылыусылар өсөн йылы осрашыуҙар, төрлө саралар һәм республика сәхнә йондоҙҙарының сығыштары ла ойошторола.
Бөгөнгө сарала “Арғымаҡ” төркөмө, виртуоз ҡумыҙсы Миңдеғәфүр Зәйнетдинов, “Ауаз” фольклор төркөмө, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Айҙар Ғәлимов һәм башҡалар сығыш яһаны. Шулай уҡ матбуғат һөйөүселәр алдында Дәүләт- Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова сығыш яһаны. “Башҡортостан Республикаһы”Нәшриәт йорто директоры Фәнүр Йәғәфәров коллегаларға рәхмәт хаттары , почет грамоталары тапшырҙы.
Шул саралар барышында байрамға килгән кешеләр “Башҡортостан ҡыҙы”, “Шоңҡар”, “Аманат”,” Аҡбуҙат” кеүек журналдарға, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Өмөт” “Ҡыҙыл Таң” һәм башҡа гәзиттәргә яҙылды.
Байрам һуңында баҫмаларға яҙылған кешеләрҙең квитанциялары буйынса приздар уйнатылды.
Төп приз - телевизор Шамонин ҡасабаһынан шәфҡәт туташы Вәғизә Солтанғоловаға эләкте. Ул “Башҡортостан ҡыҙы” журналына яҙылғайны.
Микротулҡынлы мейесте “Аҡбуҙат” журналына яҙылған Тамара Юлдашева, мультиварканы Даян Мәзитов отто. Төп приздарҙан тыш һауыт- һабалар уйнатылды. Уҡыусылар яратҡан баҫмаларына яҙылып, өҫтәүенә бүләкле булып таралашты.
Билдәле булыуынса , 7 июндән алып rbsmi.ru сайтында һәм бөтә почта бүлексәләрендә Бөтә Рәсәй яҙылыу компанияһы бара. 17 июнгә тиклем район, республика һәм ҡала баҫмаларына ташлама менән яҙылырға мөмкин.
Онлайн- яҙылыуҙың сервисы rbsmi.ru. сайты. Бының өсөн «Подписка» https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ бүлегенә инергә һәм үҙеңә оҡшаған гәзит- журналдарға, хатта уларҙың электрон вариантына ла яҙылырға мөмкин. #деньподписчика2021 #подпишисьсейчас #подпишисьнарбсми
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: