+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2021, 14:45

Яҙмыш һуҡмаҡтары ҡатмарлы

Башҡортостандағы тағы бер ғаилә тарихы беренсе каналда барған “Пусть говорят” тапшырыуының сираттағы темаһы булды. Унда 20 йыл элек әсәһе ташлап киткән егет тәүге тапҡыр яҡын кешеһен күрҙе.

Башҡортостандағы тағы бер ғаилә тарихы беренсе каналда барған “Пусть говорят” тапшырыуының сираттағы темаһы булды. Унда 20 йыл элек әсәһе ташлап киткән егет тәүге тапҡыр яҡын кешеһен күрҙе.
22 йәшлек Илмир Ғилметдинов тапшырыуҙың төп геройы. Ул 20 йыл элек ташлап киткән әсәһен эҙләп беренсе каналға мөрәжәғәт иткән.
Гөлназ исемле ҡатын улын 16 йәштә таба һәм 2 йәшендә ҡалдырып китә. Илмирҙы 10 йыл дауамында атаһы тәрбиәләй. Ул вафат булғас тәрбиәгә өләсәһе ала.
Хәтһеҙ йылдар уҙғас, әсә менән ул тәүге тапҡыр беренсе канал студияһында осрашты.
Программала Гөлназдың һөйләүенсә, ул улын ҡалдырырға мәжбүр була.
- Малайымды иртә таптым. 16 йәш, хатта пропискам да юҡ ине. Атайым унан баш тартырға кәңәш итте. Баланы барыбер ҡарай алмайһың, иң яҡшыһы уҡырға бар тине,- тип башланы әңгәмәне кәкүк әсә.
Стресс арҡаһында сабыйына йыш ҡына ҡул күтәреүен, уны балалар йортона тапшырырға теләүен дә һөйләне. Эксперттар быны бала тапҡандан һуң була торған депрессия тип атаны.
Сабыйынан баш тартҡас, ҡатын үҙе йәшәгән райондан Өфөгә килә һәм шунда кейәүгә сыға. Башҡаса уның балаһы ла булмай.
Ҡатын 20 йыл буйы малайын онота алмауын да билдәләне. Программала Гөлназ Исмәғилева улы алдында тубыҡланып ғәфү үтенде. Әсә менән ул яҡынданыраҡ танышып, артабан аралашып йәшәргә һүҙ ҡуйышты.
фото Бәйләнештә селтәренән алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: