“Һалҡын һуғыш”тан һуң Европала үҙ-ара ышанысты нығытыу өсөн 1992 йылда 34 ил бер-береһенең хәрби көстәре тураһында мәғлүмәтте асыҡ йыйыу маҡсатында “асыҡ һауа” буйынса килешеү төҙөй. 2020 йылдың майында килешеүҙән АҠШ сыға. Уға яуап итеп, Рәсәй 2021 йылдың 15 ғинуарында килешеүҙән сығыу процедураһын башлай.