+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2021, 08:55

Өфө ҡайһы яҡҡа үҫәсәк

Баш ҡалабыҙҙың яҡын киләсәктә ҡайһы биҫтәләр иҫәбенә һәм нисек үҫешеүе күп һорауҙар тыуҙыра.

Баш ҡалабыҙҙың яҡын киләсәктә ҡайһы биҫтәләр иҫәбенә һәм нисек үҫешеүе күп һорауҙар тыуҙыра.
Республика Ҡала төҙөлөшө советының сираттағы ултырышында был мәсьәлә тағы күтәрелде. Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алып барҙы.
Өфө ҡала хакимиәтенең Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Ольга Сарапулованың фекеренсә, Дим һәм Затон биҫтәләре ҡаланы киңәйтеү йәһәтенән резерв булып тора. Затондың үҫешенә килгәндә, бында транспорт бәйләнешен яҡшыртырға, яңы эш урындары булдырырға, торлаҡ фондын яңыртырға, мәктәптәр, поликлиникалар, йәмәғәт ойошмалары өсөн биналар төҙөргә кәрәк.
Ҡала үҫешенең генераль планы проектында, райондың транспорт уңайлылығын оҙайлы ваҡытҡа хәл итер өсөн, өс күпер һәм 42 километр автомобиль юлдары төҙөү ҡаралған. Шулай уҡ документҡа 8 Март ҡасабаһында эре торлаҡ комплекстары төҙөү, “Затон-Көнсығыш” һәм “Затон-Көнбайыш” биҫтәләрен булдырыу, яңы поликлиника, мәктәп һәм балалар баҡсаһын сафҡа индереү, Әхмәтов урамын төҙөкләндереү кеүек пункттар индерелгән.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: