Был хәл Балаҡатай районында була. Ир менән ҡатын эске табыны ойоштора. Ҡайһылыр мәл улар араһында ыҙғыш сыға һәм ҡатын, өҫтәлдә ятҡан бысаҡты алып, тормош иптәшенә сәнсә. Ир быға әһәмиәт бирмәй, эсеүен дауам итә. Тора-бара хәле бөтөүен тоя. Йортҡа килеп ингән әсәһе, улы менән ниҙер булғанын һиҙеп, тиҙ ярҙам саҡырта.