Өфөнөң Һупайлы биҫтәһендә урынлашҡан “Ҡашҡаҙан” күлен аҡҡоштар төйәк иткән. Быға тиклем һыу инеү, ял итеү өсөн яраҡһыҙ булған күл һәм уның биләмәләре яйлап тәртипкә килтерелә. Күлде таҙартыу, уның янынан көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн 40 мең йөк машинаһы талап ителгән.
Республика Башлығы Радйи Хәбировтың тәҡдиме менән Өфөнө “ҡала-парк” яһау концепцияһы тормошҡа ашырыла. Ҡалала “Ҡашҡаҙан” күлен генә түгел, Һупайлыла “Ҡоштар” скверының, “Көньяҡ” биҫтәһендә ял һәм күңел асыу паркының төҙөлөшө бара. Ә “Ҡашҡаҙан” күленә аҡҡоштар ҡайтыуын республика етәксеһе үҙ сәхифәһендә лә билдәләгән.
-Ҡашҡаҙанға ниһайәт ҡоштар ҡайтҡан. Был иһә таҙалыҡ һәм сафлыҡ билдәһе. Сөнки көнкүреш ҡалдыҡтары, ләмде алып ташлауҙан тыш, унда махсус таҙартыу ҡоролмалары ла ҡуйылды. Хәҙер ул автоматик рәүештә күл төбөнөң таҙалығын һаҡлаясаҡ. “Ҡашҡаҙан” ял итеүселәр өсөн хәүефһеҙ буласаҡ, -тигән Радий Фәрит улы.