+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2021, 08:05

Юлға һыймағандар, йәки юл ваҡиғаһынан һуң эсергә яраймы

Булыуы ихтимал, “Беларус” та, автобус та ҡарап тороуға ярайһы ҙурҙар бит. Ә эсеүгә килгәндә, ул турала түбәндә уҡығыҙ.

Булыуы ихтимал, “Беларус” та, автобус та ҡарап тороуға ярайһы ҙурҙар бит. Ә эсеүгә килгәндә, ул турала түбәндә уҡығыҙ.
Кисә Күгәрсен районында, Теләүембәт – Дауыт-Ҡайып юлында “Беларус” тракторы менән ПАЗ автобусы төкөшә. Тракторист-машинист таныҡлығы булмаған 47 йәшлек ир ҙур юлға сыҡҡанда автобусты үткәрмәгән, тип фаразлана. Ике пассажирҙың береһенә медицина ярҙамы талап ителә.
36 йәшлек автобус водителенең дә ғәйебе булыуы ихтимал. Сөнки авариянан һуң үткәрелгән тикшереү уның тынында алкоголь күрһәтә. Юл ваҡиғаһынан һуң эстем, тип аңлата ул был хәлде.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы, водитель руль артында ғына түгел, ә булған авариянан һуң да алкоголь эсемлектәр ҡулланырға тейеш түгел.
Водителгә ҡарата протокол төҙөлгән. Уға 30 мең һум штраф һәм 2 йылға тиклем праваһынан мәхрүм итеү янай.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: