+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2021, 14:29

Республикала яман шештән үлеү осраҡтары кәмегән

Башҡортостанда 2020 йылда яман шеш сирҙәренән 6 973 ауырыу вафат булған, был 2019 йылдағынан 3,2 процентҡа кәмерәк.

Башҡортостанда 2020 йылда яман шеш сирҙәренән 6 973 ауырыу вафат булған, был 2019 йылдағынан 3,2 процентҡа кәмерәк. Быйыл ғинуарҙан майға тиклем иһә 2 555, йәғни 2020 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 19,8 процентҡа аҙыраҡ кеше үлгән. Үлемгә килтергән төп сәбәптәр: үпкә, эсәк, ашҡаҙан, түш һәм енес биҙҙәре яман шеше. Был турала Башҡортостан Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
2019 йылдан алып социаль әһәмиәттәге ауырыуҙарҙы иртә асыҡлау маҡсатында райондар буйлап “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы үткәрелә. 2019 йылда яман шешкә шик тыуған 584 осраҡ асыҡланһа, 2020 йылда – 111.
Министр сир билдәләрен ваҡытында асыҡлауҙа иң элек беренсе звенолағы медиктарҙың ролен билдәләп үтте. Шулай уҡ ул онкология һәм яман шеш алды ауырыуҙарын иртә билдәләү өсөн төрлө скринингтар һөҙөмтәле ҡулланылыуы тураһында һөйләне.
Республикала онкология менән яфаланыусыларға тәүге махсуслаштырылған амбулатор ярҙам күрһәтеүсе 10 үҙәк ойошторолған.
2021 йылдың февралендә Салауат ҡалаһы дауаханаһында һәм Өфөнөң 32-се поликлиникаһында шундай ике яңы үҙәк асылды. Икенсе ярты йыллыҡта Бөрөлә, Сибайҙа, Дыуан районында үҙәктәр асыу планлаштырыла.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: