0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2021, 15:49

Ауыл хужалығын үҫтереүселәргә ярҙам

Туймазы районында Мырҙаханова Лилиә Яхъя ҡыҙы крәҫтиән-фермер хужалығы ғаилә мал үрсетеү фермаһын үҫтереүгә грант алды. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Туймазы районында Мырҙаханова Лилиә Яхъя ҡыҙы крәҫтиән-фермер хужалығы ғаилә мал үрсетеү фермаһын үҫтереүгә грант алды.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Әле хужалыҡта 114 баш эре мөгөҙлө мал һанала. 45 һыйырҙан көн һайын 17-18 килограмм һөт һауыла. Унан ҡаймаҡ, эремсек, ҡатыҡ әҙерләйҙәр. Һөт һәм ит продукцияһын ҡала баҙарында һаталар, шулай уҡ үҙ клиенттары бар.
Хужалыҡта көтөүсе менән һауынсы ярҙам итә. 192 гектар ерҙә бөртөклө культуралар үҫтерәләр, 35 гектар ерҙә бесән сабалар. Яҙын “Беларус 82.1” тракторы һәм 800 литрлыҡ һыу бөркөү ҡоролмаһы алынған. Быға тиклем техниканы ҡуртымға алғандар. Артабан фермерҙар һөт биргән һыйырҙарҙы арттырырға уйлай.
Грант “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектының “Фермерҙарға ярҙам системаһы һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” федераль проекты сиктәрендә тапшырылды.
– Был проектты тормошҡа ашырыу район өсөн иҡтисади әһәмиәткә эйә. Етештереү күләме артҡас, яңы эш урындары булдырыла, ҡулланыусыға экологик яҡтан таҙа ризыҡ барып етә, – тип хәбәр итә Туймазы район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Рөстәм Мөхәмәтдинов.
Фото – Туймазы район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: