-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2021, 12:51

Ғалимдың исемен мәңгеләштереп

Башҡорт тарихы йылында күренекле ғалим, тарихсы Әнүәр Әсфәндийәровтың яҡты иҫтәлегенә, ул йәшәгән йортта таҡтаташ асыласаҡ.

Башҡорт тарихы йылында күренекле ғалим, тарихсы Әнүәр Әсфәндийәровтың яҡты иҫтәлегенә, ул йәшәгән йортта таҡтаташ асыласаҡ.
Бөгөн дә Әнүәр Әсфәндийәровтың фәнни тикшеренеүҙәре үҙ актуаллеген юғалтмай. Ниндәй генә төбәкте, ауылды, йылға- күл атамаһын алып ҡараһаҡ та бөтә дәлилдәр ғалимдың фәнни хеҙмәттәренә нигеҙләнгән. Ул тормошоноң ҙур өлөшөн республика һәм уға яҡын өлкә ауылдарының тарихын өйрәнеүгә арнаған шәхес.
Әле Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһына әҙерләнгән ваҡытта ла ғалимдың фундаменталь тикшеренеүҙәре күп эҙләнеүҙәргә нигеҙ булып тора.
Әнүәр Әсфәндийәров Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуған. Әсәһе иртә мәрхүм була, атаһы һуғышта хәбәрһеҙ юғала. Әнүәр Зәкир улы балалар йортонда тәрбиәләнә, Өфөнөң 9-сы һанлы мәктәбен тамамлай, Мәскәүҙең Ломоносов исемендәге төп университетында белем ала.
1974 йылдан Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында эшләй. Тарих фәндәре кандидаты, профессор, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Таҡтаташ асыу сараһы, ғалим йәшәгән йорт алдында, 12 сәғәттә башлана. Уның адресы: Өфө ҡалаһы, Мөбәрәков урамы, 12/2.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: