Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның ике өлөшөн дә 295 меңдән артыҡ кеше алған. Был турала бөгөн республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
7 июнгә ҡарата Башҡортостанға, дөйөм алғанда, 428 меңдән ашыу вакцина килгән. Әлеге мәлдә препараттың беренсе компонентын 385 мең кеше ҡаҙатҡан. Был – алынған вакцинаның 89 проценты тотонолған тигән һүҙ. "Прививканың икенсе өлөшөн дә эшләтеп, вакцинацияны тулыһынса үтеүселәр иһә – 295 меңдән артыҡ", - тине Максим Забелин.