+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июнь 2021, 09:00

Ваҡытһыҙ арабыҙҙан китте

Билдәле педагог, дәүләт органдарында яуаплы вазифалар биләгән Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Альбина Наил ҡыҙы Баязитова арабыҙҙан китте.

Билдәле педагог, дәүләт органдарында яуаплы вазифалар биләгән Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Альбина Наил ҡыҙы Баязитова арабыҙҙан китте.
Ул 1967 йылда Күгәрсен районында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Артабан баш ҡаланың белем биреү ойошмаларында ҙур хеҙмәт юлы үтә: Өфө финанс техникумында – тәрбиәсе, Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияларында директор булып эшләй, Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында, Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәтендә яуаплы вазифалар биләй. Ғүмеренең һуңғы йылдарында “Өфө һыу каналы” дәүләт унитар предприятиеһы генераль директорының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары була.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы мәрхүмәнең тормош иптәше, Өфө күп профилле һөнәри колледж директоры Сынтимер Баязитовтың, балаларының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Читайте нас: