+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июнь 2021, 13:23

Әсәйҙәр һау булһын

Белорет ҡалаһындағы “Дева” ҡатын-ҡыҙ һаулығы медицина үҙәге 2021 йыл социаль эшҡыуарҙар реестрына инде.#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Белорет ҡалаһындағы “Дева” ҡатын-ҡыҙ һаулығы медицина үҙәге 2021 йыл социаль эшҡыуарҙар реестрына инде.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Үҙәктең хужаһы һәм етәксеһе Надежда Ғәлләмова үҙе медицина белгесе, табип-гинеколог булып эшләгән. Күп балалы әсәй ҙә. Ул үҙ медицина үҙәген булдырып, пациенттар ҡабул итергә ҡарар итә. Тормош иптәше лә – табип, уға ярҙам итә.
“Дева” медицина үҙәгендә заманса диагностикалау һәм дауалау ысулдары ярҙамында гүзәл заттың һаулығын тергеҙергә ярҙам итәләр. Акушерлыҡ, гинекологиянан тыш, ультратауышлы һәм лаборатория тикшереүҙәре лә үткәрелә.
Надежда һөнәри кимәлен үҫтереү өҫтөндә эшләй. Төрлө форумдарҙа, семинарҙарҙа ҡатнаша, белемен камиллаштыра. Был үҙәктең эшендә сағылыш тапмай ҡалмай. Башҡа ҡалаларҙан килгән белгестәр даими ҡабул итә, буласаҡ әсәйҙәр һәм атайҙар өсөн семинарҙар, күкрәк һөтө имеҙеү буйынса консультациялар, үҫмерҙәр өсөн лекциялар, психологик тренингтар үткәрелеп тора. Надежда үҙе ауырлы ҡатындар өсөн йога күрекмәләре алып бара, тип хәбәр итә Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге..
2021 йылда социаль эшҡыуарҙарҙың 500 мең һум грант ярҙамы алыу, белем алыу программаһында ҡатнашыу, консультация алыу мөмкинлеге бар. “Социаль эшҡыуарлыҡ” статусын алыу тәртибе менән Социаль өлкәлә инновациялар үҙәгендә танышырға мөмкин: https://ciss-rb.ru/reestrsp/.
Фото – Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: