+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июнь 2021, 08:20

Республика буйлап “сәләмәтлек поездары” йөрөй

Республиканың алыҫ ауылдарында халыҡҡа диспансеризация үткәреү дауам итә.

Республиканың алыҫ ауылдарында халыҡҡа диспансеризация үткәреү дауам итә, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһында күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре һәм ФАП-тар, Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһының һәм кардиология үҙәгенең флюорографтары, маммографтары, диагностика үҙәктәре, Республика стоматология поликлиникаһы модуле ҡатнаша.
Табиптар бригадаларында терапевт, хирург, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, офтальмолог, уролог, невролог, стоматолог, эндокринолог һәм башҡа белгестәр эшләй.
Акция барышында республиканың бөтә райондары солғанасаҡ: ауыл халҡы белгестәрҙә консультация үтергә, медицина тикшереүе уҙырға һәм тәүге медицина ярҙамы алырға мөмкин.
Акция башланғандан алып 22489 кеше ҡаралған. 15323 тикшереү, шул иҫәптән 10234 флюорография, 5089 маммография үткәрелгән.
1045 кешенең ҡанында шәкәр кимәле юғары булыуы билдәләнгән, 1399-ының холестерины юғары, 2324-ендә ҡан баҫымы күтәренке, 1354-ендә артыҡ ауырлыҡ булыуы асыҡланған.
131 ауырыуҙа – яман шеш, 79-ында – шәкәр диабеты, алты кешелә – туберкулез, 494-ендә гипертония сирҙәре булыуға шик тыуып, улар диагноздарын аныҡлау өсөн тикшереүгә, артабан дауаланыуға ебәрелгән. Бер кешегә миокард инфаркты диагнозы ҡуйылып, ғүмере ҡотҡарып ҡалынған.
Бригадалар алты районда график буйынса үҙ эшен дауам итә:
– Өфө маршруты – Иглин районында (7-9 июндә – Ҡалтыманда, 10-15 июндә – Сыуаш-Ҡобау ауылында);
– Дыуан маршруты – Ҡыйғы районында (7-11 июндә – Кандаковка ауылында);
– Нефтекама маршруты – Тәтешле районында (7-9 июндә – Әрибашта, 10-11 июндә – Кәлтәй ауылында);
– Октябрьский маршруты – Баҡалы районында (7-11 июндә – Дияш ауылында);
– Стәрлетамаҡ маршруты – Ишембай районында (8-11 июндә – Маҡар ауылында);
– Белорет маршруты – Әбйәлил районында (7-8 июндә – Әбделмәмбәт ауылында, 9-11 июндә – Ишҡолда).
Акция барышында 2948 кеше коронавирусҡа ҡаршы прививканың тәүге компонентын яһатҡан, 1311-е, уның икенсе өлөшөн дә эшләтеп, вакцинацияны тулыһынса үткән.
“Сәләмәтлек поездары” килеүе хаҡында халыҡҡа алдан киң мәғлүмәт саралары аша, шулай уҡ был медицина округтарының һәм район медицина ойошмаларының административ, мәғлүмәт ресурстарында хәбәр ителә. Табипҡа алдан яҙылыу кәрәкмәй, ҡабул итеү – “йәнле сират” буйынса.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: