+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июнь 2021, 08:40

Министр Мурашко контролгә алған

Үткән ял көндәрендә Федоровка районында аварияла балалар зыян күрҙе.

Үткән ял көндәрендә Федоровка районында аварияла балалар зыян күрҙе.
Михайловка – Бала Сытырман юлында ВАЗ-2115 автомобиле түңкәрелә. Рулдә 28 йәшлек Салауат ҡалаһы кешеһе булғаны билдәле. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул машинаға идараны юғалтҡан.
Машинала шулай уҡ 25 йәшлек ҡатын һәм бер, дүрт, туғыҙ, ун бер йәштәге дүрт бала булған. Пассажирҙарҙың барыһы ла тән йәрәхәттәре алған һәм дауаханаға оҙатылған. Баш мейеһе йәрәхәтләнгән өс бала әле санитар авиация менән Республика балалар клиник дауаханаһына күсерелгән. Аварияла ҡаза күргәндәргә медицина ярҙамы ойоштороуҙы Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко шәхсән контролгә алды, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Асыҡланыуынса, ир менән ҡатын үҙҙәренең ике балаһы һәм ике туғаны менән күрше ауылға магазинға барырға сыҡҡан. Ирҙең водитель таныҡлығы булмаған. Әле был авария буйынса тикшереү бара.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: