+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июнь 2021, 22:43

Гүзәл зат яҙмыштары хаҡында әҫәрҙәр бәйгеһе иғлан ителә

Рәсәй яҙыусылары союзының Башҡортостан бүлексәһе һәм “Мәжит Ғафури - XXI быуат” мәҙәниәт фонды” төбәк йәмәғәт ойошмаһы “Ҡатын-ҡыҙ яҙмыштары” тигән конкурс иғлан итә.

Рәсәй яҙыусылары союзының Башҡортостан бүлексәһе һәм “Мәжит Ғафури - XXI быуат” мәҙәниәт фонды” төбәк йәмәғәт ойошмаһы “Ҡатын-ҡыҙ яҙмыштары” тигән конкурс иғлан итә.
Башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре классигы Мәжит Ғафури үҙенең “Ҡара йөҙҙәр” тигән билдәле повесында революцияға тиклемге ҡатын-ҡыҙҙарҙың ауыр тормошон һүрәтләй. Конкурс иһә хәҙерге заман гүзәл заттарының яҙмыштарын күрһәтеүҙе маҡсат итә. Әҙәби бәйгегә нәфис, документаль әҫәрҙәрҙе йәки үҙ яҙмышың хаҡындағы тарихтарҙы ебәрергә мөмкин.
Унда 21 йәштән өлкәнерәктәр ҡатнаша ала. Текстағы билдәләр һаны сикләнмәгән. Конкурсҡа Яҙыусылар союзы, әҙәби берекмәләр ағзаларының, шулай уҡ профессиональ булмаған авторҙарҙың рус телендәге эштәре ҡабул ителә.
Баһалама ағзалары: “Бельские просторы” әҙәби журналы баш мөхәрриренең беренсе урынбаҫары Светлана Рөстәм ҡыҙы Чураева, профессор, филология фәндәре докторы Татьяна Николаевна Дорожкина, Рәсәй Яҙыусылары союзының Ырымбур бүлексәһе рәйесе Виталий Митрофанович Молчанов, психология фәндәре кандидаты, РФ һәм БР Журналистар союздары ағзаһы Люциә Мөзакир ҡыҙы Камаева-Ғафури, баһалама рәйесе Нина Николаевна Турицына.
Материалды бер файл менән ебәрергә кәрәк. Унда исем-шәрифтәреңде, йәшеңде, йәшәү урынын, телефоныңды, электрон адресыңды күрһәтеү мотлаҡ. Эштәрҙе июнь айынан 15 октябргә тиклем түбәндәге электрон адресҡа ебәрергә: [email protected]. Тел. 89174032567.
Беренсе урын яулаусыны 10 000 һум күләмендә премия, икенсе һәм өсөнсө урындарға лайыҡтарҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа дипломдар аласаҡ. Иң яҡшы әҫәрҙәрҙән йыйынтыҡ төҙөләсәк.
Еңеүселәр 2021 йылдың октябрендә Мәжи Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында бүләкләнәсәк (көнө һуңғараҡ аныҡланасаҡ). Мәҙәни программала: экскурсовод менән Мәжит Ғафури Мемориаль йорт-музейында булыу, Башҡорт драма театрында спектакль ҡарау (рус теленә тәржемә менән), Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйлап экскурсия.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: