+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июнь 2021, 14:15

Өфөлә Яҙылыусылар көнө республика байрамы үтәсәк

“Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто Яҙылыусылар көнө үткәрә. Сара 10 июнгә, киң мәғлүмәт сараларының һөнәри барамы алдынан, билдәләнгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 14 июнь – Башҡортостан матбуғат көнө.

“Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто Яҙылыусылар көнө үткәрә. Сара 10 июнгә, киң мәғлүмәт сараларының һөнәри барамы алдынан, билдәләнгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 14 июнь – Башҡортостан матбуғат көнө.
Ышаныслы сығанаҡтарҙан мәғлүмәт алғығыҙ киләме? Республикалағы, райондарҙағы һәм ҡалаларҙағы хәлдәр тураһында хәбәрҙар булырға теләйһегеҙме? Башҡортостаныбыҙҙа тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәрткән, яңы эш урындары булдырған, балаларҙы уҡытҡан, дауалаған, юлдар төҙөгән, иген иккән кешеләрҙе танып-белгегеҙ киләме?
Фейк яңылыҡтарҙан арыныр, Башҡортостандағы объектив тормош күренештәрен күрер, ваҡиғалар ағымын күҙәтеп барыр өсөн – республика баҫмаларын уҡығыҙ!
10 июндә, Яҙылыусылар көнөндә, Өфөнөң Матбуғат йорто алдындағы майҙансыҡта һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы сәнғәт оҫталарының ҙур концерты көтә. Унда “Арғымаҡ” төркөмө, Миндиғәфүр Зәйнетдинов, “Ауаз” фольклор ансамбле, БР-ның халыҡ артистары Рим Хәсәнов, Светлана Хәҡимова, БР-ның атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтов, Башҡортостан опера теарты солисы Наҙгөл Ибраһимова һәм бишҡалар сығыш яһаясаҡ.
Байрамға ҡунаҡҡа республикала билдәле шәхестәр саҡырылған. “Китап” нәшриәте баҫмаларын, халыҡ кәсептәре тауарҙарын һатып алырға мөмкин буласаҡ.
Иң мөһиме – һеҙ сара барышында республика гәзит һәм журналдарына яҙыла алаһығыҙ. Уларҙың күбеһе үҙенә ышанысты 100 йыллыҡ тарихы менән иҫбатлаған! “Башҡортостан”, “Республика Башҡортостан”, “Ҡыҙыл таң”, “Йәшлек”, “Өмөт” гәзиттәре, “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы” , “Ватандаш”, “Шоңҡар”, “Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдары – Башҡортостан Республикаһы менән тығыҙ бәйләнгән брендтар ул!
Күңелгә ятышлы яңылыҡ – байрамда, республика баҫмаларына яҙылып, һеҙ ҡыйбатлы бүләктәр – телевизор, тулҡынлы мейес, мультибешергес отошонда ҡатнаша алаһығыҙ.
Байрма 11.00 сәғәттә башлана. Юғары кәйеф менән килегеҙ, үҙегеҙ менән дуҫтарығыҙҙы ла алығыҙ! Социаль селтәрҙәрҙә буласаҡ сара тураһында яҙығыҙ һәм уны #деньподписчика #подпишисьсейчас #подпишисьнарбсми хэштегтары менән билдәләгеҙ.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: