+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июнь 2021, 12:46

Диамобиль эш башланы

Өфөлә Рәсәй төбәктәрендә шәкәр диабеты менән ауырыусыларҙы клиник-эпидемиологик тикшереү программаһын тормошҡа ашырыуға арналған саралар үтте. Унда Мобиль диабетология үҙәге (Диамобиль) ҡулланыла.#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Өфөлә Рәсәй төбәктәрендә шәкәр диабеты менән ауырыусыларҙы клиник-эпидемиологик тикшереү программаһын тормошҡа ашырыуға арналған саралар үтте. Унда Мобиль диабетология үҙәге (Диамобиль) ҡулланыла.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Шәкәр диабеты – социаль әһәмиәткә эйә булған ауырыу. Өфөлә үткән “Башҡортостан Республикаһында шәкәр диабеты буйынса хәлде тикшереүҙең төп аспекттары” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”дә көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “Милли медицина эндокринология тикшереү үҙәге” федераль дәүләт бюджет учреждениеһы менән Башҡортостан Рнеспубликаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Диамобиль Башҡортостанға беренсе тапҡыр 2005 йылда килә. Әлеге икенсе экспедиция барышында “Милли медицина эндокринология тикшереү үҙәге”нең Диабет институты белгестәре республиканың төрлө райондарынан 450 кешене тикшерәсәк.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә ойошторолған саралар 18 июлгә тиклем дауам итә.
Шәкәр диабеты менән ауырыусылар регистры мәғлүмәттәре буйынса әле Башҡортостанда был сир менән яфаланған 116910 кеше теркәлгән. Республикала шәкәр диабеты проблемаһына ҙур иғтибар бүленә. Шуға ла Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “Милли медицина эндокринология тикшереү үҙәге” федераль дәүләт бюджет учреждениеһы менән хеҙмәттәшлек тәжрибәһе бик файҙалы булыр, тип белдерә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: