+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июнь 2021, 14:57

28 сырхау – реанимацияла

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 7 июнгә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусылар барлығы 38 834 иҫәпләнә. Аҙаҡҡы тәүлектә мәкерле сир 91 ауырыуҙа табылған.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 7 июнгә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусылар барлығы 38 834 иҫәпләнә. Аҙаҡҡы тәүлектә мәкерле сир 91 ауырыуҙа табылған.
Әлеге мәлдә стационарҙарҙа 163 сырхау яуыз инфекцияға ҡаршы дауа ала. Шуларҙың 28-е ауыр хәлдә, икәүһе яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған. Амбулатор дауаланыусылар – 1 344.
Тәүлек эсендә 18 кеше, һауығып, дауахананан сыҡҡан. Республикала коронавирустан йәмғеһе 36 795 кеше сәләмәтләнгән.
Афәтле сир ғүмерҙәрҙе өҙөүен дауам итә. Үткән тәүлектә йәнә бер яҡташыбыҙ ковидтан донъя ҡуйған. Вафат булыусыларҙың дөйөм һаны республикала 533 булып китте.
Министрлыҡ шулай уҡ пневмония менән сирләүселәр хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе лә еткерә. Кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуы диагнозы 103 ауырыуға ҡуйылһа, 94 кеше унан һауығыуға өлгәшкән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: