+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июнь 2021, 09:35

122 млрд һумлыҡ инвестиция һалыуҙары тураһында килешеү төҙөлгән

2 – 5 июндә Санкт-Петербургта Халыҡ-ара иҡтисади форум үтте.

2 – 5 июндә Санкт-Петербургта Халыҡ-ара иҡтисади форум үтте.
Унда Башҡортостан иң әүҙем төбәктәрҙең береһе булараҡ танылды. Дөйөм алғанда, республика 122 млрд һумлыҡ инвестиция портфеле менән ҡайтты. Төрлө өлкәлә йәмғеһе 25 килешеү төҙөлгән. Уларҙы тормошҡа ашырыу 2000 яңы эш урыны булдырасаҡ. Иң эре инвесторҙа Башҡорт сода компанияһы (27 млрд һум), «Кроношпан ОСБ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт (13 млрд һум), ит ризыҡтары етештереүсе «Таврос» ЯСЙ (10 млрд һум).
Әле төҙөлөп ятҡан Көнбайыш сығыу юлында (“Восточный выезд”) Өфөнө М-5 “Урал” федераль трассаһына тоташтырыу өсөн яңы һыҙат булдырыу тураһында ВТБ банкыһы менән килешеү 11,6 млрд һум кредит сараларына ишек аса.
“Иң мөһиме, бында беҙ яңы партнерҙар таптыҡ. Форумға федераль министрлыҡтарҙың, эре предприятиеларҙың, банктарҙың барлыҡ етәкселәре йыйыла. Бик күп һорауҙарға фәҡәт ошонда яуап алабыҙ. Питербург форумында даими һөйләшеүҙәр бара һәм ағымдағы, шулай уҡ стратегик мәсьәләләр хәл ителә”, - тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында, башҡарылған эштәрҙе йомғаҡлап.
Олег Яровиков фотоһы.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: