+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2021, 15:34

Һыуҙа һаҡ булығыҙ

Ошоғаса көндәрҙең эҫе тороуо сәбәпле, кешеләр рәсми пляж миҙгеленең асылғанын көтмәне. Бөгөнгө көнгә республика ҡотҡарыусылары 44 кешене һыуҙан сығарған. Шуларҙан 12 кеше, шул иҫәптән өс баланың кәүҙәһе генә табылған. Һыуға батыу осраҡтарының барыһы ла рөхсәт ителмәгән пляждарҙа теркәлгән.

Әле республиканың 54 районында 120 ҡоролған пляж ойошторолған. Былтырғыға ҡарағанда, был 30 пляжға күберәк. Бөгөн Өфөнөң “Ҡояшҡай” пляжында ҡотҡарыусылар күнекмәләр үткәрҙе. Ул иһә һыуға батҡанда күрһәтә торған тәүге ярҙам саралары.
Ҡотҡарыусылар билдәләүенсә, һыуға батыуҙың төп сәбәптәре, рөхсәт ителмәгән урында йөҙөү, һыуға иҫерек килеш төшөү, яр буйында балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу.
Ҡайһы бер осраҡта хроник сирҙәре булған кешеләр ҙә һыуға бата. Мәҫәлән гипертония, астма һәм башҡалар.
Йылғалағы бәлә – ҡазаларҙан кешеләрҙең һаҡ булыуҙары, яуаплылығы ғына ҡотҡара ала. Иң мөһиме төҙөкләндерелгән, ҡоролған һәм ҡотҡарыусылары булған урында һыу инеү, спиртлы эсемлектәр менән мауыҡмау һәм балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмау, ти белгестәр.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: