Эҫе көндәр сигенде, урыны менән шифалы ямғырҙар үтте.
Башҡортостан Башлығының ҡарары менән бөгөндән, 4 июндән, республикала янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдән сыҡты. Был хаҡта документ хоҡуҡи мәғлүмәттәр порталында урын алған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: махсус режим 16 апрелдән индерелгәйне. Уға ярашлы, тәбиғәткә сығыу, усаҡ яғыу тыйылды.