+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2021, 09:25

Йөҙө таныш түгелме?

Полиция ошо һорау менән халыҡҡа мөрәжәғәт итә.

Полиция ошо һорау менән халыҡҡа мөрәжәғәт итә.
Былтыр Өфөлә, дөйөм баҡсалар артындағы йырында, билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында үлеп ҡалған кешенең баш һөйәге табыла. Криминалистар уның буйынса мәрхүмдең йөҙөн тергеҙгән һәм хәҙер шәхесен асыҡлауҙа ярҙам һорай.
Суд-медицина экспертизаһы һәм медик-криминалистик тикшереүҙәр баш һөйәгенең 45 – 55 йәштәрҙәге европеоид расаға ҡараған ир кешенеке булыуын күрһәткән. Буйы сама менән – 165 – 175 см. Һөйәк ерҙә 2 – 5 йыл ятҡан.
Әгәр ошо кеше тураһында хәбәрҙар булһағыҙ, 8 (347) 237-19-60 йәки 02 (102 – кеҫә телефонынан) телефон һандары буйынса Эске эштәр министрлығы идаралығының дежур часына, 8 (347) 242-13-72, 242-97-17 телефоны буйынса Өфөнөң 2-се полиция бүлегенә шылтыратығыҙ.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: