0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2021, 09:55

Сығарылыш уҡыусылар иғтибарына

Әле барлыҡ мәктәптәрҙә лә сығарылыш һынауҙары – берҙәм дәүләт имтихандары бара. Артабан ҡайҙа уҡырға барырға? Был һорауға яуапты бөгөн үҙ аллы тормош юлына баҫҡан егет һәм ҡыҙҙар, ата-әсәләр эҙләй.

Әле барлыҡ мәктәптәрҙә лә сығарылыш һынауҙары – берҙәм дәүләт имтихандары бара. Артабан ҡайҙа уҡырға барырға? Был һорауға яуапты бөгөн үҙ аллы тормош юлына баҫҡан егет һәм ҡыҙҙар, ата-әсәләр эҙләй.
Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумда Башҡортостан төрлө өлкәләрҙә 20 килешеү төҙөргә ниәтләй, тип яҙғайныҡ. Кисә шуларҙың береһе билдәле булды – Радий Хәбиров һәм Рәсәй Сит илдәр министрлығының Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса Мәскәү дәүләт институты (университеты) ректоры Анатолий Торкунов Башҡортостан менән МГИМО араһында хеҙмәттәшлек тураһында документҡа ҡул ҡуйҙы.
Уға ярашлы, МГИМО республиканың кадрҙар ҡеүәтен булдырыуҙа ҡатнашасаҡ. Бының өсөн юғары уҡыу йорто нигеҙендә Башҡортостандың иҡтисады, сәнәғәте, ауыл хужалығы, социаль тармағы өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләү ойошторола. Йәғни махсус йүнәлтмәләр буйынса студенттар ҡабул ителәсәк.
Республика Башлығы белдереүенсә, Рәсәй илселәре араһында Башҡортостанда тыуғандар ҙа бар. “Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәген булдырғанда МГИМО-ның компетенциялары, тәжрибәһе бик кәрәк буласаҡ”, – тине ул, килешеүҙең башҡа әһәмиәтәрен дә һыҙыҡ өҫтөнә алып.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: