+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2021, 10:15

Рауль Кастроға – 90 йәш

Оло быуын һәм урта йәштән үткәндәргә элек Фидель Кастро исеме үҙенә күрә символ ине.

Оло быуын һәм урта йәштән үткәндәргә элек Фидель Кастро исеме үҙенә күрә символ ине.
Ул 90 йәшенә етеп, 2016 йылда вафат булды. Куба революцияһы лидеры булып, ҡустыһы Рауль ҡалды.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Кубаның дәүләт башлығын оло юбилейы менән телефон аша ҡотланы, тип хәбәр итә Кремелдең матбуғат хеҙмәте.
Элек “Иреклек утрауы” тип аталған ил бөгөн дә үҙҙәре һайлаған юлдан тайпылмай бара. Ике дәүләт лидеры Рәсәй менән Куба бәйләнештәре артабан да дуҫлыҡ нигеҙендә ҡороласаҡ, тип белдерә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: