+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2021, 15:55

Батарейка – хәүефле сүп-сар

Өфөлә “Батарейкалар йыйыу аҙнаһы 2021” экологик акцияһы сиктәрендә “Батарейка тапшыр – планетаны ҡотҡар!” бәйгеһе үтә.#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Өфөлә “Батарейкалар йыйыу аҙнаһы 2021” экологик акцияһы сиктәрендә “Батарейка тапшыр – планетаны ҡотҡар!” бәйгеһе үтә.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Конкурсты Өфө ҡалаһы хакимиәте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ярҙамында “Дюраселл Раша” компанияһы, “Мегаполисресурс” ойошмаһы, “Лента” сауҙа үҙәге ҡатнашлығында ойоштора.
– Республикабыҙ Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау сараларында әүҙем ҡатнаша. Көндәлек тормошта ҡулланған батарейкалар тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһай. Кешеләргә һәр төрлө ҡалдыҡ менән дөрөҫ мөғәмәлә итеү ғәҙәтен өйрәтергә кәрәк. Батарейкалар йыйыу хәүефле ҡалдыҡтарҙы үтилләштереү процентын арттыра. Барлыҡ битараф булмағандарҙы конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ, – ти БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Ренара Ғәзина.
Бәйгелә ҡалала йәшәүсе һәр кем ҡатнаша ала. Шулай уҡ белем биреү усаҡтары, предприятиелар, ойошмалар ҙа ҡушылыуы бар.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ҡулланылған батарейкаларҙы Ағиҙел урамы (Бельская), 70 адресы буйынса урынлашҡан “Лента” гипермаркеты янындағы ҡабул итеү пунктына тапшырырға кәрәк.
23 – 25 июндә 15.00 – 18.00 сәғәттәрҙә батарейкалар конкурс сиктәрендә үлсәп алына. Бәйгенән тыш уларҙы 22 – 28 июндә тәүлек әйләнәһенә бункерға һалырға мөмкин.
Был эш “Экология” милли проекты маҡсаттарына тулыһынса тап килә, тип билдәләй БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: