+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2021, 13:22

Башҡорт аш- һыуын тәмләмәй китмәгеҙ

Республика Башлығы Радий Хәбиров башҡорт аш-һыуҙарынан үҙе өҫтөнлөк биргән төрҙәрен билдәләне. Етәксенең фекеренсә, Башҡортостанға килгән һәр кем уларҙы тәмләп ҡарарға тейеш. Был турала ул Санкт- Петербург ҡалаһында үткән халыҡ-ара иҡтисад форумында белдергән.

Республика етәксеһе милли аш- һыуыбыҙға ҡағылған күп төрлө аҙыҡтар араһында ҡаҙ итенә, эсемлектәрҙән ҡымыҙға һәм татлы бал ризығына өҫтөнлөк бирә икән. Башҡорт халҡының бренды булған милли кухняны республикаға килгән һәр кем тәмләп ҡараға тейеш, тине ул форумдағы сығышында.
Радий Фәрит улының билдәләүенсә, республикала ҡаҙ итен күп төрлө алымдар менән әҙерләйҙәр. Уны ҡаҡлайҙар, ыҫлайҙар, ҡыҙҙыралар, хатта бешерелегән ҡаҙ ите лә деликатес тип һанала.
- Халҡыбҙҙың милли йөҙөн билдәләгән төп бренд- ул башҡорт балы. Уға еткән татлы ризыҡ юҡ. Минең өсөн ул тәүге урында тора, - тине Радий Хәбиров.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: