+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2021, 16:22

Бәпестәрҙе 36 сиргә тикшерәсәктәр

Тиҙҙән Рәсәйҙә яңы тыуған сабыйҙар 36 ауырыуға тикшереләсәк.

Тиҙҙән Рәсәйҙә яңы тыуған сабыйҙар 36 ауырыуға тикшереләсәк. Был турала Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин Кулаков исемендәге Акушерлыҡ, гинекология һәм перинатология үҙәгендәге кәңәшмәлә белдерҙе.
Киңәйтелгән скрининг граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса дәүләт гарантиялары программаһына индереләсәк.
Кулаков исемендәге үҙәктең Репродуктив генетика институты директоры Дмитрий Трофимов әйтеүенсә, бындай саралар сабыйҙар үлемен 15 процентҡа кәметәсәк.
Әлеге мәлдә бәпес тыуғас та унан бала табыу йортонда нәҫелдән күсеүсе биш сиргә анализ алалар. 15 йыл эсендә 20 миллион тирәһе бала тикшерелгән, яҡынса 15 меңендә ауырыуҙар табылған.
Рәсәйҙә яңы донъяға килгән сабыйҙарға скринингты 1993 йылда үткәрә башлайҙар, ул ваҡытта ни бары ике сиргә тикшерәләр.
Фото “Башинформ”дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: