Бөгөн республикала тәүге һабантуй байрамдары уҙҙы. Уны Йылайыр районы хеҙмәтсәндәре асты.
Һабантуй элек- электән ауыл хужалығы эштәренең тамамланыуын билдәләгән байрам. Республикабыҙҙың көнъяғында урынлашҡан Йылайыр районы хеҙмәтсәндәре быйылғы сәсеүҙе тәүгеләрҙән тамамлап, республикалағы һабантуйҙар парадын башлап ебәрҙе. Бөгөн төбәк эшсәндәрен район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов сәләмләне.
- Һабантуйҙа тәү сиратта ауыл хужалығында тир түккән кешеләрҙе тәбрикләйбеҙ. Шулай уҡ тармаҡ, хеҙмәт ветерандарына ҡотлау сәләмдәремде еткерәм,- тине Борис Николаевич.
Мәғлүм булыуынса, иртәгә һабантуйҙар бер юлы 25 районда уҙғарыла. Һабантуйҙар парадын бер аҙ тәнәфес менән 10 июлдә Ишембай районы хеҙмәтсәндәре тамамлай.
Байрам сараларында кешеләрҙең хәүефһеҙлегенә, дезинфекция үткәреүгә иғтибар көслө буласаҡ. Һабантуйҙа ҡатнашыусыларға битлектә йөрөү кәңәш ителгән.